+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 10:11

Төндәлектәр

Бөштәрей бабай мажаралары.

Бөштәрей бабай мажаралары.
Зөфәр бабайҙың үҙен генә түгел, мажараларын да йыш ҡына иҫкә төшөргәндәрен беләм. Ауылдың ҡырлайсыһы, йәғни иҫке-моҫҡо йыйыусы оҙон буйлы бабай булды. Уға ҡарата үҙ мөнәсәбәтем бар. Яҙған булһа яҙылыр әле. Һуғышта танкист булып хеҙмәт иткән, ҡаты яраланған, дошман тылында ҡалған, үҙе һөйләүенсә шыуышып үҙебеҙҙекеләр яғына сыҡҡан. Батыр, алабарман, көслө кеше ине. Уф, шайтан һыуы эсеп алһа, үҙен тотоп тыйырлыҡ түгел ине. Уның тормошонда хәл иткес мәлдәре байтаҡ булды. Ваҡыты менән биреште, әллә кемдәр менән алышты, еңде, еңелде, ләкин һаман шул Бөштәрей булып ҡалды.
Ҡушаматының нимә аңлатҡанын аҙаҡ белдем. Театр сәнғәтендә быуат башында шундай актер булған икән. Бабайҙа актерлыҡ саманан тыш булғанына хәҙер генә төшөндөм. Сөнки ул ролде бабай бик оҫта башҡарҙы һәм башҡалар өсөн фәһем алырлыҡ мажаралар ҡалдырҙы.
Һеҙ нисектер, мин бабайҙы хәҙер һағынам. Ниңә, юҡһынырлығы бар ине. Ауыл тып-тын, ҡайһы ваҡыт эт өргәне лә ишетелмәй. Ә элек нисек ине, Бөштәрей бабай бер лауылдап ҡуйһа, ауыл һиҫкәнеп китә торғайны.
Читайте нас: