+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 10:15

Беҙҙең етәксе һөнәрен һәм йәшәгән урынын алыштырҙы.

Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле Борис Николаевич!

Уңыштар теләйбеҙ һеҙгә, хөрмәтле Борис Николаевич!
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентствоһы етәксеһе Борис Мелкоедов үҙ вазифаһын ҡалдырҙы һәм Йылайыр районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Рәми Ғәрипов исемендәге 1-се гимназия интернатын, Башҡорт дәүләт университетын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған Борис Мелкоедов 2004 йылдан, 2008 – 2010 йылдарҙы иҫәпкә алмағанда, ошо көндәргә тиклем республика матбуғатына етәкселек итте һәм милли матбуғаттың һаҡланып ҡалыуына ҙур өлөш индерҙе. Хәҙер төбәк сәйәсәтендә уның һымаҡ оҙаҡ эшләгән, байтаҡ һәм хәл иткес үҙгәрештәр кисергән тармаҡҡа етәкселек иткән шәхесте табыуы ҡыйын.
Яҡташтары Борис Мелкоедовты өмөт һәм ышаныс менән ҡыуанып ҡабул итте. Өфөлә, Мәскәүҙә эшләп тормош тәжрибәһе туплаған етәксе Йылайыр һымаҡ ҡатмарлы райондың һәм унда йәшәүсе халыҡтың тормош кимәлен күтәреүгә ҙур өлөш индерер тип көтөлә. Беҙ Борис Николаевичты иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе тыныс юл менән хәл итеүсе, ауыр проблемаларҙы хәл итеү юлдарын табыусы булараҡ беләбеҙ һәм уның кешелек сифаттарын юғары баһалайбыҙ.
Читайте нас: