Конституцияға үҙгәрештәр Рәсәй халыҡтары һәм уларҙың мәнфәғәтендә индерелә тип аңларға кәрәк. Ошо урында 90-сы йылдарҙа әлеге Конституцияның ҡабул ителеүен иҫкә төшөргөм килә. Бик ауыр һәм ҡатмарлы тикшереүҙәр үтте шул сәбәпле яңы Конституцияны хуплаусыларҙың 50 проенттан саҡ ҡына күберәк булыуын хәтерләйем. Шуға әлеге үҙгәрештәрҙе тикшереүҙең асыҡтан асыҡ демократик шарттарҙа ойошторолоуын билдәләйем. Тик үҙгәрештәрҙе хәҙерге президенттың артабанғы һайланыуы менән генә бәйләргә теләмәҫ инем. Сөнки барыбер дәүләт башлығының яҙмышын халыҡ хәл итә. Күпселек тауыш йыйған сәйәсмән президент вазифаһына һайлана. Миңә күберәк Рәсәй халыҡтарының артабанғы яҙмышы, мәҙәниәте һәм телдәренең һаҡланышы уйландыра. Хәҙерге үҙгәрештәр киләсәктә лә беҙҙең милләт булып һаҡланыуыбыҙҙы тәьмин итергә бурыслы.