-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 10:28

Парламент сәкәләшеү түгел, ә бәхәсләшеү урыны

Бөгөн Рәсәй системалы оппозицияға мохтаж

Бөгөн Рәсәй системалы оппозицияға мохтаж
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ТАСС хәбәрсеһе менән әңгәмәләре дауам итә. “Владимир Путинға – 20 һорау” исемле медиопроект Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Был юлы Рәсәйҙәге хәҙерге оппозиция һәм парламент эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.
Дәүләт башлығы әйтеүенсә, системалы һәм системалы булмаған оппозиция Рәсәйгә кәрәк. “Мин һеҙгә быны ғәмәлдәге президент түгел, ә ябай Рәсәй гражданы булараҡ әйтәм, – тип баҫым яһаны Президент В. Путин. – Бөгөн илгә парламентта ойошторолған бардак һәм шоу түгел, етди сәйәси эшмәкәрлек кәрәк”.
Элекке парламент рәйесе Борис Грызнов “парламент дискуссия урыны түгел” тип күптәрҙе ғәжәпләндергәйне. Ә Владимир Путин, тап парламент бәхәс урыны, тик бының өсөн һуғышырға, мөнәсәбәттәр асыҡларға һәм үҙеңде күрһәтеү менән шөғөлләнмәҫкә кәрәк, тип әйтте.
Читайте нас: