-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 12:10

Төндәлектәр.

Йөҙөмбай бабай менән Булат бабай... Уларҙы хәтерләүселәр бармы икән?

Йөҙөмбай бабай менән Булат бабай... Уларҙы хәтерләүселәр бармы икән?
Онота яҙғанмын Муллаяр бабайҙың күршеһендә Йөҙөмбай бабай йәшәгәне. Ринат исемле улы яңыраҡ вафат булды, ә ҡыҙҙары күп ине. Йөҙөмбай бабай һуғышта ҡатнашҡандыр тип уйлайым. Ғүмеренең аҙағында колхозда ат ҡараны. 60 йылдар башында ауылда Себер түләмәһе килеп сыға, бер нисә кеше үлә, ауылда карантин иғлан ителә. Вафат булыусылар араһында Йөҙөмбай бабай ҙа бар ине шикелле. Юғары яҡтан Абдрахманов фамилиялы ағай исеме Булат булдымы икән, шулай уҡ мәрхүм булды.
Ҙур ғаиләләр өсөн ҡараусыһын юғалтыу бик ауыр яҙмышҡа дусар итә торғайны. Сөнки колхозда эш хаҡтары әҙ, ә дәүләт ярҙамы эш хаҡынан сығып билдәләнә.
Был хаҡта, бәлки, Алтынтимер бабай һәм уның атаһы Хәйбулла бабай хаҡында һөйләгәндә ентекләберәк яҙырмын әле. Улар хаҡында иртәгә.
Читайте нас: