+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 12:09

Төндәлектәр

Чекистар ояһы.

Чекистар ояһы.
Муллаяр бабай Мәскәүҙә хеҙмәт иткән. Иң өҫтә тыҡрыҡ башында Муллаяр бабайҙың өйө, уның 1917 йылғы икәнлеген хәтерләйем. Сөнки 1967 йылда “Ленин юлы” район гәзитендә Муллаяр бабай менән Мәүә инәйҙең ғаиләһе хаҡында Октябрь социалистик революцияһының 50 йыллығы айҡанлы бик матур мәҡәлә сыҡты. Бабай һуғыш ваҡытында Мәскәүҙә НКВД ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән тип аңларға кәрәк, сөнки һуғыштан һуң уға Чекист ҡушаматы йәбешә, әле был исемде малайҙары йөрөтә. Һәйбәт кеше ине бабай, үҙе һымаҡ уңған, ябай малайҙар һәм ҡыҙҙар үҫтерҙеләр, һәр береһе тормошта үҙ урынын тапты.
Бабай Мәскәүҙе яҡшы белә ине һәм баш ҡала тормошонан төрлө ваҡиғалар һөйләгәне иҫтә ҡалған, ә бына хеҙмәте хаҡында ләм-мим. Комбайнер булды, алдынғылар сафында ул ине, үҙенә оҡшап малайҙары ла техника менән мауыҡты. Үкенселе хәл, хәҙер ауылда техникаға ылыҡҡан кешеләр әҙ. Беҙ үҫкәндә, мәҫәлән, комбайнер ярҙамсыһы булыу бәхете бик һирәктәргә эләгә ине. Хәҙер заман үҙгәрҙе шул, беҙ уның алдында көсһөҙ.
Читайте нас: