-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Март 2020, 09:53

Юлдарҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеү мөһим.

Бының өсөн фотовидео фиксаторҙар ярҙам итәме?

Бының өсөн фотовидео фиксаторҙар ярҙам итәме?
Башҡортостан юлдарында авто аварияларҙың йыш теркәлеүе билдәле. Бының төп сәбәптәренең береһе федераль юлдарҙың республика аша үтеүе, транспорт ағымының көслө булыуы һәм водителдәрҙең именлекте тәьмин итмәүе. Былтыр юлдарҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе 770 комплекслы фотовидео фиксатор эшләй башлағайны. Улар именлекте тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Шуға фиксаторҙар урынлаштырыу быйыл да дауам итәсәк. Әле урынлаштырылырға тейешле 609 комплекстың 380 эшләй башланы ла инде. Ҡалғандары май айына тиклем урынлаштырыласаҡ.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы фотовидео фиксаторҙар ҡуйғандан һуң юлдарҙа үлем осраҡтары 3,5 тапҡыр кәмер тип көтөлә.
Читайте нас: