+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 11:31

Һаҡланыу саралары көсәйтеләсәк

Уҡыусыларҙың каникулдары оҙағыраҡ буласаҡ.

Уҡыусыларҙың каникулдары оҙағыраҡ буласаҡ.
Донъя буйлап шәүлә йөрөй... Коронавирус шәүләһе.
Йоғошло сир менән бәйле власттарҙың сикләү сараларын көсәйтеүе ихтимал. Әлегә хөкүмәт даирәләрендә төрлө саралар өйрәнелә. Сикләүҙәр иң тәүҙә мәҙәни, спорт сараларын ҡағылыуы мөмкин. Мәктәп уҡыусыларына килгәндә, каникулдар 23 марттан 12 апрелгә тиклем оҙайтыласаҡ.
Кешеләрҙе урамға сығып йөрөүҙәрен кәметеүҙәрен һорауҙары ихтимал. Сирләү осрағы булһа, тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итеү кәрәк.
Сит илдәрҙән ҡайтҡан кешеләрегеҙ булһа, улар менән аралашһағыҙ, айырыуса һаҡ булырға кәрәк.
Сауҙа нөктәләре, аҙыҡ-түлек һәм кәрәк-яраҡтар менән тулыһынса тәьмин ителгән, шулай булғас алдан аҙыҡ-түлек туплап, яһалма рәүештә дефицит булдырыу урынһыҙ.
Читайте нас: