-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 13:56

АҠШ үҙенең кешеләренә ярҙам итергә булған

Сир менән бәйле иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү өсөн кешеләргә 500 миллиард доллар таратасаҡтар.

Сир менән бәйле иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү өсөн кешеләргә 500 миллиард доллар таратасаҡтар.
АҠШ-тың финанс министрлығы илдең граждандарына коронавирус менән бәйле иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү өсөн ярты триллион долларҙы таратырға тәҡдим иткән. Долларҙар ике этапта 250 миллиард күләмендә 6 апрелдән 18 майға тиклем түләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта ярҙам һалым түләүсенең килеменән сығып иҫәпләнәсәк.
Бынан тыш финанс министрлығы кесе эшҡыуарлыҡты финанслауға 300 миллиард доллар, коронавирустан зыян күргән тармаҡтарға 150 миллиард доллар һәм авиакомпанияларға 50 миллиард доллар бүләсәк.
Бурысы 30 триллион долларҙан артығыраҡ булған АҠШ-тың үҙ халҡына булған йомартлылығын аңлатыуы ауыр түгел. Уларҙың долларҙар баҫыу станоктары йыл буйы тәүлек әйләнәһенә туҡтамай һәм бөтә донъя иҡтисадын үҙенең ҡосағында тота. Был триллионды ла өләшәсәктәр. Моғайын улар ҙа беҙгә килеп етер, һәм беҙ уларҙы долларын 80-шәр һумдан һатып алырбыҙ. Тик бына беҙҙең иҡтисадҡа файҙаһы булыр микән.
Ә беҙҙә нефткә хаҡтар 25 долларға тиклем төштө, ә яғыулыҡ етештереүселәр бензинға хаҡтарҙы арттырҙы. Быны улар зыянды ҡаплау өсөн тип аңлата.
Әйткәндәй, беҙҙең илдә лә алтын-валюта резервы ярты триллион долларҙан ашып китте, илдең именлек фондында 7 триллион һум иҫәпләнә. Ә мохтаждарға ошо аҡсаларҙан өлөш сығарып булмаймы икән?
Читайте нас: