+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 10:32

Айҙар Хөсәйенов тағы ла хат яҙған.

Был юлы Радик Юлъяҡшинға

Был юлы Радик Юлъяҡшинға.
Икеһе лә башҡорт мәҙәниәтенең күренекле вәкилдәре, ижадтары Рәсәйҙә билдәле, был юлы нимә бүлешәләр икән? Әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, Нобель премияһы лауреаты Иосиф Бродскийҙың шиғырына мөнәсәбәт уларҙы бәхәсләшергә мәжбүр иткән.
Ҡыҫҡаһы Элвин Грей шағир ижадына мөрәжәғәт иткән һәм бәхәсле бер шиғырын йырға һалырға теләк белдергән. Айҙармы һуң инде бындай осраҡта шым ҡала торған кеше?
Әлегә бәхәстең ҡыҙыр-ҡыҙмаҫ ҡына мәле, етмәһә, ниңәлер ике яҡ та әҙәп һаҡлай. Коронавирус өркөтәлер, халыҡ та битараф һымаҡ, быҫҡып янған усаҡҡа спирт һибеүсе генә юҡ.
Айҙар ҡәләмдәш, ғәҙәттәгесә, эпистоляр жанр менән ҡоралланған һәм поп йондоҙҙоң иғтибарын йәлеп итергә тырыша. Тегеһе, әлбиттә, күрһә лә өндәшмәй һәм аңлашылмаған түҙемлек күрһәтә. Салауат Фәтхетдинов өндәшһә, абый, һеҙ Бродскийҙың кем икәнлеген беләһегеҙме, тип булһа ла һорар ине.
Кемгә нисектер, миңә был бәхәс оҡшай, сөнки бәхәс шиғыр һәм ижадҡа ҡағыла. Ә үләт ваҡытында шиғриәт хаҡында бәхәсләшкән халыҡ бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Читайте нас: