+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 12:16

“Айыҡ ауыл – 2019” бәйгеһенә йомғаҡ яһалды.

Иң айныҡтар – башҡорттар! Шулай булһын.

Иң айныҡтар – башҡорттар! Шулай булһын.
“Айыҡ ауыл – 2019” республика конкурсына йомғаҡ яһалды һәм хөкүмәт йортонда 15 ауыл вәкилдәренә бүләктәр тапшырылды.
Беренсе урынды алған Ейәнсура районы Башҡорт Үрген ауылына ярты миллион һумлыҡ сертификат, күсмә вымпел, Башҡортостан республикаһы башлығының рәхмәт хаты һәм диплом тапшырылды.
Икенсе урынды алған Баймаҡ районы Йылым ауылы 250 мең һум, Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы 150 мең һумлыҡ сертификаттарға лайыҡ булды.
Тантанала республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм еңеүселәрҙе тәбрикләне, айыҡ ауылдарҙың күберәк булыуын теләне.
Читайте нас: