+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 10:12

Башҡала түгел, ҙур парковка икән.

Әллә, ысынлап та, халыҡтың йәшәү кимәле күтәреләме?

Өфө ҡалаһында иң төп проблемаларҙың береһе нимә икәнлеген беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ, автомобиль менән ҡала буйлап үтегеҙ һәм парковка табып ҡарағыҙ. Әгәр дөрөҫ ултыртмаһағыҙ, сығыуығыҙға “тимер ат”ығыҙҙан елдәр иҫәсәк, уны Пархоменко һәм Ибраһимов исемендәге юлдар сатынан эҙләгеҙ. Уны һеҙгә кире бирәсәктәр, 4-5 мең һум түләгәндән һуң.
Эвакуаторҙар дауахана, магазин, баҙар тирәләрен ярата. Мәҫәлән, Республика дауаханаһына килгәндәр ауыр мәшәҡәт менән йөрөй, медицина күҙәтеүе үтергә, йә сирле яҡындарығыҙғы ярҙам итергә кәрәк, машина ҡуйырға урын эҙләп күҙҙәр тона. Етмәһә, эвакуаторҙар аңдып тора.
Совет майҙанында күп ҡатлы парковка була икән тип ҡыуанғайныҡ, ләкин өмөтөбөҙ аҡланманы, архитекторҙар хупламаған. Ярай, уларға оҡшаманы, ти, ә халыҡ оҡшатыр ине.
Читайте нас: