Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Рәсәй президенты Владимир Путин тарафынан раҫланған программаға ярашлы тормошҡа ашырыла. Яҡын йылдарҙа Башҡортостанда иҫке, авария хәлендәге, заманса талаптарға яуап бирмәгән барлыҡ пункттар ҙа яңыларына алыштырыласаҡ.
Мәсетле районында асылған ике фельшер-акушерлыҡ пункты ла заманса йыһазландырылған, фельдшер, ҡабул итеү, хеҙмәтләндереү, көнкүреш бүлмәләре бар. Эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин ителгән, йылытыу электр ярҙамында, елләтеү системаһы эшләй. Был ФАПтарҙы йәш белгестәр ирле-ҡатынлы Салмаевтар хеҙмәтләндерә. Улар Мәсетле районына “Ауыл докторы” программаһы буйынса килгәндәр.