+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 10:52

Фронт мәҙәктәре

Снайпер

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Себерҙән алтмыш йәшен тултырған колхозсы фронтҡа эләгә. Әрмелә хeҙмәт итмәгән, хәрби һөнәре юҡ. Шуға күрә ялан кухняһынан аш-һыу ташырға ҡушалар. Ауылда тыуып үҫкәс, ат менән генә эш итә беләлер әле, тип уйлағандарҙыр. Граждандар һуғышынан ҡалған өс линиялы винтовка һәм бер сумка патрон бирәләр. Пенсионер алғы һыҙыҡҡа аш-һыу ташый башлаған. Эш ҡатмарлы булмаһа ла бик яуаплы. Ас һалдат – һалдат түгел, тамағын ваҡытында туйҙырырға тейеш.
Әлбиттә, һуңлаған осраҡтар ҙа була. Ни тиһәң дә, бомба аҫтында йөрөлә бит. Ҡыйратылған кухняның ерҙән йыйылған эҫе һарҡындыһын ауыҙ иткәнсе, һыуынған булһа ла бутҡа ашау яҡшыраҡ.
Бер ваҡыт, ғәҙәттәгесә, күсер сираттағы юлға сыға. Башта төшкө ашты штабҡа алып бара, шунан күк атты алғы һыҙыҡҡа ҡыуа. Штабтан окоптарға тиклем ярты сәғәт самаһы барырға кәрәк.
Рациянан алғы һыҙыҡҡа хәбәр итәләр.
– Барыһы ла тәртиптә, кухня юлға сыҡты. Көтөгөҙ! Ҡалаҡтарығыҙҙы әҙерләгеҙ.
Һалдаттар бер сәғәт көтә. Ике... Өс... Хафаға төшәләр. Юл тыныс. Яҡын-тирәлә һуғыш бармай, ә кухня юҡ! Штабҡа шылтыраталар. Элемтәсе:
– Әйләнеп ҡайтманы!
Өс боецты кухняны эҙләргә ебәрәләр. Күпмелер ваҡыттан һуң һалдаттар ошондай күренешкә тап була. Юлда үле ат ята, эргәһендә бер нисә ерҙән атылған кухня тора. Кухня тәгәрмәсендә өлкән йәштәге ир тәмәке тартып ултыра. Аяҡтары аҫтында – маскхалатлы ете немец мәйете. Барыһы ла әзмәүерҙәй ир-аттар, баштан-аяҡ ҡоралланғандар. Диверсанттарҙыр, күрәһең. Штабҡа юл тотҡандарҙыр. Һалдаттарҙың күҙе аҡая:
– Быны кем эшләне?
– Мин, – ти тыныс ҡына күсер.
– Нисек эшләнең? – төркөм башлығы ышанмай.
– Шулай, бына ошо берданка менән барыһын да атып үлтерҙем, – күсер бер яһаулы боронғо мылтыҡты күрһәтә.
Штабҡа бер һалдатты йүгертәләр, тикшерергә тотоналар. Баҡтиһәң, пенсионер Себер һунарсыһы икән. Тейендәрҙең күҙенә тейҙереүсе. Эштән бушаған арала винтовканы һәйбәтләп үҙләштергән. Немецтар һөжүм иткәс, арба артына йәшеренеп, диверсия төркөмөн берданканан ергә һуҙып һалған. Ә немецтар әллә ни йәшеренергә уйламаған да, туп-тура кухняға атҡандар. Асыҡҡандармы? Әллә күсерҙән штабҡа юлды асыҡларға теләгәндәрме? Улар сибек кенә бабайҙың үҙҙәренең башына етерен уйламай ҙа.
Һуңынан пенсионерҙы миҙал менән бүләкләйҙәр, снайпер итеп күсерәләр. Прагаға тиклем барып етә, яраланғас, ҡайтарып ебәрәләр. Һуғыштан һуң был ҡиссаны ейәндәренә һөйләй, беренсе миҙалды ни өсөн биргәндәрен аңлата.
Читайте нас: