Үҙгәрештәрҙең халыҡ тикшереүенә сығарылыуы, иң уңышлы һәм кәрәкле тип табылғандарының ҡабул ителеүе беҙгә оҡшаны. Мәҫәлән, хәҙер беҙҙең дәүләт өсөн йәштәр мәсьәләһе төп проблемаларҙың береһенә әйләнеп бара. Аныҡлап әйткәндә, йәш быуын яңы тормошҡа яраҡлашҡанда дәүләт ярҙамына мохтаж. Төп закон йәштәрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүҙә, мәҫәлән, белем алыуҙа, эшкә урынлашыуҙа, дәүләт ярҙамын көйләһә һәйбәт булыр ине. Мин йәштәргә ҡағылышлы төҙәтмәләрҙең тауыш биреүгә индерелеүен хупланым.