-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 09:30

Путин рәсәйҙәрҙең 73 процентын етеш йәшәҙәр тип иғлан итте

Хәҙер улар барыһы ла урта синыфҡа ҡарай

Ысынлап та, халыҡтың күпселеге, 73 проценты уртаса алғанда һәр ай һайын 16 мең һумдан артыҡ килем ала. Сөнки Донъя банкы иҫәпләүҙәренә ҡарағанда, илдең минималь эш хаҡы кимәленән 1,5 тапҡыр артығыраҡ килем алғандар урта синыф иҫәпләнә. Ә Рәсәйҙә эш хаҡын минималь түләү кимәле 11 мең 280 һум тәшкил итә. Тимәк, рәсәйҙәрҙең 73,1 проценты 17 мең һумдан артыҡ эш хаҡы ала, улар урта синыфҡа ҡарай.
Рәсәй Президентының ТАСС хәбәрсеһенә көн һайын биргән яуаптарының әлегеһе оҡшамауы ла ихтимал, ләкин Президент был яуапҡа ла аныҡлыҡ индерә. Әгәр һеҙ урта синыф вәкилдәре Франциялағы, Германиялағы, йәҡи Ҡушма Штаттарҙаҡы һымаҡ йәшәй тип уйлаһағыҙ, был ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Урта синыф һәр бер илдә төрлөсә иҫәпләнә.
Рәсәйҙә 2018 йылда, Путин раҫлауынса, уртаса 44 мең һум эш хаҡы түләнгән.Уларҙың 21 процентының уртаса килеме иң кәмендә 100 мең һум.
Әлбиттә, был һандар буйынса төрлө фекерҙәр тыуыуы ихтимал. Әгәр сәнәғәттә һәм бизнеста эшләүселәрҙең яртыһы самаһы һалым түләмәйенсә эш хаҡы алыуын иҫәпкә алһаҡ, урта синыфҡа ҡараусылар тағы ла артасаҡ. Бәлки, ошо өлкәлә тәртип урынлаштырыу хаҡында уйларға кәрәктер.
Был мәсьәләгә президент үҙе лә аныҡлыҡ индерә, иҡтисадты нығытырға, халыҡтың килемен арттырырға кәрәк.
Читайте нас: