-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Март 2020, 09:58

Төндәлектәр.

Береһе аяҡһыҙ, береһе ҡулһыҙ... Аталы-уллы Ибраһимовтар

Алтынтимер бабай һыңар аяҡлы, ә уның атаһы Хәйбулла бабай һыңар ҡуллы ине. Атаһы ҡулын, улы аяғын һуғыш яланында ҡалдырып ҡайттылар. Пенсия алғандарын беләм, дәүләт ярҙамы шуның менән сикләнә торғайны. Икеһе лә иҫән-һауҙар менән типә-тиң колхоз эшендә булдылар. Алтынтимер бабай келәт мөдире, улары барлыҡ колхоз буйлап һуҙылған. Иртән машиналарҙы яғыулыҡ менән тәьмин итә, келәттәрҙән әйбер ебәрә, аръяҡҡа сыға һәм шулай көнө буйы эшләй. Атаһы почтальон булып эшләне, гәзит-журнал таратты, һыңар ҡул менән бесән сапҡанын да беләм. Еңенә салғыны бәйләй ҙә, иҫән ҡулы менән һелтәп китә лә бара. Иҫән-һауҙарҙан ҡалышмай, тип һөйләгәндәрен хәтерләйем.
Бер-нисә йыл элек Талха Ғиниәтуллиндың “Мина яланында” исемле хикәйәһе буйынса инсценировка яҙырға тура килде. Гөлдәр Ильясова “Ер менән күк араһында” исемле спектакль ҡуйҙы. Ул телевидениела йыш күрһәтелә. Яҙыр алдынан Бөйөк ватан һуғышында яраланып аяҡ-ҡулдарын юғалтҡандарҙың аяныслы яҙмышы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тупланым. Ватан үҙенең ҡотҡарыусыларын, әгәр ул яраланһа, хәрәкәтһеҙ ҡалһа, аяп тормаған ифрат ауыр яҙмышҡа дусар иткән. Күбеһе ҡараусыһыҙ ҡалғандар йорттарында, сиркәүҙәр эргәһендәге пансионаттарҙа ҡырылыуға дусар ителгән һәм бик тиҙ үлеп бөткән.
Хәйер, һуғыштан һуң кемгә йәшәү еңел ине. Әгәр төптән ҡараһаң, ҡасан беҙҙең тормош, көнитмеш анһат булды. Ни хәл итәйек, эшләйбеҙ, йәшәйбеҙ, бирешмәйбеҙ.
Читайте нас: