+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 11:09

“Беҙҙең тарих” йәштәр проекты бәйгелә ҡатнашырға саҡыра

Был конкурста барлыҡ йәштәр ҡатнаша ала.

Был конкурста барлыҡ йәштәр ҡатнаша ала.
Бөйөк Ватан һуғышына һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ бармы? Яҡындарығыҙ Бөйөк еңеүгә үҙ өлөшөн индергәнме? Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған конкурста 7 йәштән 35 йәшкә тиклемге уҡыусылар, студенттар, йәш белгестәр ҡатнаша ала.
Бәйге Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың батырлығына, айырым шәхестәргә, һеҙҙең яҡындарығыҙға һәм яҡташтарығыҙға арнала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы рәсми сайтҡа ебәрергә кәрәк. Конкурс финалы май баштарында Мәскәү ҡалаһында ойоштороласаҡ.
Читайте нас: