-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 12:22

Орденды юҡҡа бирмәйҙәр

Ике туған Петя бабайым тураһында һөйләгем килә.

Ике туған Петя бабайым тураһында һөйләгем килә. Ул һуғышта ҡатнашҡан, орден-миҙалдары, шул иҫәптән Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бар. Йәшерәк саҡта ветерандың наградаларын шулай тейеш, тип ҡабул иттем. Ә Ҡыҙыл Йондоҙҙо ни өсөн биргәндәрен һорашҡанда миңә ҡырҡ йәш тулғайны.
Петя бабай фронтҡа үҙе теләп 1942 йылда китә. Уға 36 йәш була. Ҡатыны – Леля әбей уның ҡылығына ғүмере буйы асыулана, сөнки ул повестка алғас, шатлығынан бала-саға һымаҡ һикерә.
Петя бабай дошманға ҡаршы һуғышырға теләй, ләкин уны элемтәсе итеп ҡуялар. Ниндәйҙер ғәнимәт винтовка табып ала, уға тейешле патрондар йүнләй.
Һауа һөжүме ваҡытында “Воздух” командаһынан һуң ергә һуҙылып ятырға кәрәк. Үҙегеҙ күҙ алдына килтерә алаһығыҙ – ниндәйҙер ылау немец летчиктарына устағы һымаҡ күренеп тора. Уларҙың береһе лә ҡайһылыр иҫәре атыр, тип уйламай ҙа. Шуның арҡаһында яңылышалар ҙа. Петя бабай башҡалар кеүек ергә ҡапланып түгел, ә арҡаһы менән ята, винтовкаһын дошман самолеттарына төҙәй. Самолеттарҙың береһе ергә ҡолай. Бер кем бер нәмә аңламай. Бер ниндәй ҙә зенит һағы юҡ, ә самолет үҙенән-үҙе ҡолай. Сәбәбен асыҡлайҙар. Кемдер штурмовиктың пропеллерына атҡан. Аҙаҡ уның Петя бабай икәнлеген асыҡлайҙар. Һөҙөмтәлә ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ала.
Мин орденды юҡҡа бирмәүҙәрен аңланым.
Читайте нас: