+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 16:20

Шишмәлә мираҫ бүлешеү балта ярҙамында хәл ителгән

Суд приставтарының эше еңел түгел....

Шишмәлә бер йорт мираҫ буйынса бер нисә ғаилә араһында бүленергә тейеш булған. Ләкин әлеге хужабикә суд ҡарарын үтәүҙән баш тартҡан һәм яҡындарын индермәгән.
Ҡатын суд приставтарын эте менән балта күтәреп ҡаршылаған. Ярһып өргән этте тынысландырыу өсөн ветеринар саҡырырға һәм йоҡлатҡыс ҡаҙарға мәжбүр булғандар. Ләкин эт ойоу менән ҡатын шприцты тартып алған һәм башҡаларға янай башлаған. Көс-хәл менән шприцты алыу файҙа бирмәгән, ярһыған хужабикә балтаға йәбешкән. Суд приставтары ҡатындың ҡулдарына бығау кейҙергән. Ҡатын өйҙә ултырған балаларына газды асырға ҡушҡан. Ярай әле, газ краны тышта булған, уны япҡандар.
Ҡатынға ҡарата кешеләргә көс ҡулланыу менән янаған өсөн ғәйепләп енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ҡатын, йәнәһе, ҡатын-ҡыҙҙарҙан һәм балаларҙан айырмалы рәүештә, балаларының мәнфәғәтен яҡлау менән аҡланған.
Читайте нас: