+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 10:27

Төндәлектәр

Ике яңғыҙ әбей донъя көтә ине.

Ике яңғыҙ әбей донъя көтә ине.
Мәсет тауына яҡыныраҡ ике яңғыҙ әбей донъя көтә ине. Ыҡсым ғына өй, ситән ҡойма, бәләкәй генә мал һарайы. Гөлфариза менән Гөлруза инәйҙәрҙең үҙ көстәренә таянып, һәүетемсә генә донъя көтөүҙәре әле лә хәтерҙә. Йөҙҙәре генә иҫтә ҡалған, исемдәрен беләм, ә кемеһе кем икәнен юҡ инде. Икеһенә бер ул үҫтерҙеләр, Рафаил исемле моңло йырсы ине, атаһы Шәйехрахман Рахманов хәҙерге Ишембай районының Маҡар ауылынан данлыҡлы бер нәҫел-ырыуҙан. Һуғыш башланыр алдынан беҙҙең ауылға балалар уҡытырға ебәрелә. Ошонда бер туғандарҙың береһенә өйләнә, Рафаил донъяға килә, ә атаһы яу яланында һәләк була.
Һуңынан беҙ Рафаил ағайҙың атаһының Маҡарҙан мәшһүр Ҡарамышевтар һәм Рахмановтар нәҫеленән икәнен асыҡланыҡ. Бында беҙгә Рафаил ағайҙың атаһының бер туған ағаһы Ғәзизрахман ағайҙың ҡыҙы Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда билдәле шәхес, күренекле хор дирижеры, РФ-ның һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова ярҙам итте һәм Ҡабаҡушҡа килеп Рафаил ағай иҫтәлегенә ҡөрьән аяты уҡытты.
Бөгөн ауылға Рафаил ағайҙың моңо етмәй, уның йырлауынан башҡа бер концерт, бер кисә үтмәй торғайны. Ә беҙ уның ҡәҙерен белдекме, йырҙарын яҙып алып ҡалдыҡмы? Юҡтыр, уны юҡһынырыбыҙ алды әле.
Читайте нас: