-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 10:03

Төндәлектәр

Әртис әбейҙең мәрәкәләре.

Әртис әбейҙең мәрәкәләре.
Әртис әбей һағындыра. Ауыр мәлдәрҙә ул үҙенең эскерһеҙ һәм ихлас шаяртыуы менән күңелдәрҙе күтәреп ебәрә торғайны. Уҡыу ғына эләкмәгән, үҙенән бынамын тигән актриса сығыр ине. Мин йыш ҡына аптырап әсәйемә, нишләп Миңлебикә инәйҙе әртис, тип йөрөтәләр ул тигән һорауҙы бирә торғайным. Әсәйем мәрхүмә, ауылда клуб юҡ, һуғыш йылдарында өй һайын ҡайғы-хәсрәт, инәйең шаян һүҙҙәр һөйләп, мәрәкәләр күрһәтеп, ҡатын-ҡыҙҙың кәйефен күтәрә торғайны, тип яуап бирҙе. Үҙенең тормош иптәше, беҙҙең нәҫел Миңлебай бабайыбыҙ үҙе 1942 йылда уҡ яу яланында ятып ҡалған. Шундай шарттарҙа ла кешеләрҙең кәйефен күтәрерлек көс тапһын әле төпкөлдә йәшәгән ябай башҡорт ҡатыны.
Ул ғәйбәт һөйләмәне, берәүҙе лә әрләмәне, тормошта үҙ урынын белде һәм барына ҡәнәғәт ине. Атайым мәрхүм ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, еңгә, тип шаярта, ҡунаҡтан ҡалдырмай торғайны. Ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында ҙур өй һатып алдылар, шунда ҡыуанып донъя көткәнен хәтерләйем. Хәҙер ҡыҙы Мәсүрә апай ҙа юҡ, ейәнсәре Фәүзиә лә ике йыл элек китеп барҙы.
Бына яҙып бөттөм, ҡолағыма әртис әбейҙең һамаҡлап һөйләгәне ишетелгән һымаҡ. Әсәйем дә әйткәйне, аттар менән санаға тейәп яландан бесән ташыйҙар, Миңлебикә еңгәм таҡмаҡтарын йырлап иң алдан көрт йыра, ә беҙ уға эйәргәнбеҙ.
Шулай ғүмер үтерен кем уйлаған.
Читайте нас в