+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Март 2020, 12:46

Ҡытай менән АҠШ коронавирусты бүлешә алмай.

Кем ғәйепле икәнлеген ваҡыт күрһәтер.

Коронавирус ҡайҙа һәм нисек барлыҡҡа килгән? Ошо һорауҙар менән бәйле Ҡытай был сирҙе Ухань ҡалаһына АҠШ хәрбиҙәре индергән, тип раҫламаҡсы. Ошо айҡанлы Ҡытай вәкилдәре мәғлүмәт биреүҙәрен һорап АҠШ яғына мөрәжәғәт итте.
Әлегә сирҙең таралыуына бәйле мөһим генә дәлилдәр төҫмөрләнә. Былтыр АҠШ хәрбиҙәре араһында коронавирустан бер-нисә кеше вафат булған, ләкин уларға грипп диагнозы ҡуйылған.
Сирҙең 2019 йылдың аҙағында Ухань ҡалаһында башланыуы билдәле. Ул провинцияла 67 800 кеше сирләгән, 3 меңләп үлгән. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда донъяла 182 мең кеше сирләгән, 7 меңдән ашыу үлгән, 79 меңе һауыҡҡан.
Читайте нас: