+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 10:11

Италия премьер-министры Рәсәй Президентына шылтыратты. Рәсәй Италияны ҡотҡарырға ашыға.

Беҙгә шөкөр итергә ҡала, сөнки башҡа илдәрҙә эштәр күпкә насарыраҡ. Коронавирус менән бәйле Италиялағы хәлдәр, Ҡытайҙан ҡала, һәләкәткә тиң, тип баһаларға мөмкин.

Беҙгә шөкөр итергә ҡала, сөнки башҡа илдәрҙә эштәр күпкә насарыраҡ. Коронавирус менән бәйле Италиялағы хәлдәр, Ҡытайҙан ҡала, һәләкәткә тиң, тип баһаларға мөмкин.
Шәмбе Рәсәй Президенты Владимир Путинға Италия премьер-министры Джузеппе Конте шылтыратты һәм ярҙам һораны.
Йәкшәмбе иртә менән Хәрби йыһан көстәре самолеттары бер-бер артлы һауаға күтәрелә һәм Италия йүнәлешендә оса башланы. Был операцияға Рәсәй Оборона министрлығы яуаплы, уларҙың ошо гуманитар ярҙамды лайыҡлы үтәренә шик юҡ. Барлығы туғыҙ самолет осасаҡ, уларҙың һәр береһе йоғошло сирҙәр буйынса белгестәр, ҡорамалдар, дарыуҙар менән тәьмин ителгән. Бөгөн иртән һәр төркөм үҙенә бүленгән майҙанда эш башлаясаҡ.
Рәсәй хәрбиҙәренә ғәҙәттән тыш ауыр шарттарҙа эшләргә тура киләсәк. Сөнки, һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Италияла коронавирустан 500-ҙән артыҡ кеше үлгән.
Йомғаҡлап, шуны әйтергә мөмкин, донъя шулай ҡоролған, ҡайһы ваҡыт ата ҡаҙға ла сәләм бирергә тура килә. Европа илдәре Рәсәйгә һәм уның халҡына санкциялар иғлан итте, ә Италия етәкселеге ярҙам һорап НАТО-ға һәм Евросоюзға түгел, Рәсәйгә мөрәжәғәт итте.
Читайте нас: