+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 15:02

Күпер төҙөүселәр тәүлек әйләнәһенә эшләй. “Уралмостострой” акционерҙар йәмғиәте һынатмаясаҡ.

Өфөнән көньяҡ йүнәлештә юлдарҙың тарлығы йыл әйләнәһенә автомобиль йөрөтөүселәрҙе тығындарҙа йонсота. Әле бында ғәмәлдәге ике күпер араһында өс һыҙаты булған өр-яңы күпер төҙөлә. Күпер “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” дәүләт проектына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм 2021 йылдың аҙағында сафҡа инергә тейеш.

Бында 200 кеше тәүлек әйләнәһенә икешәр сменала күперҙе ваҡытынан алда тапшырыу өсөн барыһын да эшләй. Әлегә төп терәүҙәрҙең бишенсеһен бетонлайҙар. Шунан һуң күперҙең терәүҙәре араһын монтажлау башланасаҡ.
Күперҙең оҙонлоғо – 688 метр һәм өс һыҙатта автомобилдәрҙе үткәреү һәләте тығындарҙы кәметергә, иҫке күперҙе яҡшылап ремонтларға мөмкинлек бирәсәк.
Читайте нас: