+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 10:53

РФ Сит ил эштәре министры Сергей Лавровҡа – 70 йәш. Президент министрға Хеҙмәт Геройы исемен бирҙе.

Рәсәй сит ил эштәре министры үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо айҡанлы Рәсәй Президенты уға Хеҙмәт Геройы исемен бирҙе. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, яңы Рәсәй тарихында халыҡ-ара кимәлдә Ватан мәнфәғәттәрен эҙмә-эҙлекле яҡлаусы башҡа министрҙы табыуы ҡыйын. 20 йыл эшләү дәүерендә Сергей Викторович лайыҡлы абруй ҡаҙанды.

Әйткәндәй, министр барлыҡ донъянан бик күп ҡотлауҙар алған. Шулар араһында – Германияның АРД телеканалы ла бар. Ҡотлау иһә BILD бульвар таблоидына һис тә оҡшамаған. Был осраҡта “эт өрә, бүре – йөрөй”, тип, көлөмһөрәргә генә ҡала.
Читайте нас: