-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 10:50

Тауыш биреүҙе күсереүҙәре ихтимал. Коронавирус төҙәтмәләр индерә.

Йоғошло сир менән бәйле, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса 22 апрелгә тәғәйенләнгән тауыш биреүҙе күсереүҙәре ихтимал, тип хәбәр итә Мәскәүҙән бойондороҡһоҙ сығанаҡтар.

Йоғошло сир менән бәйле, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса 22 апрелгә тәғәйенләнгән тауыш биреүҙе күсереүҙәре ихтимал, тип хәбәр итә Мәскәүҙән бойондороҡһоҙ сығанаҡтар.
Әлегә көнө билдәләнмәгән, июнь айында булыуы мөмкин, был хаҡта 25 мартта иғлан итәсәктәр, тип көтөлә.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы төбәктәрҙәге һайлау комиссияларына 22 апрелгә тауыш бирергә саҡырып агитация үткәреү эштәрен ҡыҙыулатмаҫҡа тәҡдим иткән, тигән хәбәрҙәр бар.
Бығаса Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса эштәр бик ойошҡан төҫтә бара ине. Теркәлгән һайлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы һайлауҙа үҙ ихтыярын белдерергә теләгән.
Читайте нас: