+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Март 2020, 10:56

Токиола олимпиада булырмы, әллә юҡмы? Канада олимпиадала ҡатнашыуҙан баш тартҡан.

Коронавирус бик көслө булып сыҡты һәм киләсәктә ойоштороласаҡ барлыҡ сараларға үҙ төҙәтмәләрен индерә. Халыҡ-ара олимпиада комитеты Токиола быйыл үтәсәк спорт ярыштарын үткәреү-үткәрмәү мәсьәләһен әлегә хәл итмәгән. Япония етәкселеге, спорт ареналары әҙер, беҙ күрһәтмәләр көтәбеҙ, тип хәбәр итә.

Ләкин олимпиаданан баш тартырға теләүсе илдәрҙең беренсеһе үҙ ихтыярын иғлан итте. Канада быйылғы йәйге олимпиада уйындарында ҡатнашмаясаҡ. Баш тартыу шулай уҡ параолимпиада сараларына ла ҡағыла. Австралияла хәлдәр аңлайышлы түгел, бында әле булһа команда туплай алмайҙар, сөнки спортсылар бер-бер артлы ярыштарҙа ҡатнашыуҙан баш тартыуҙары хаҡында белдерә.
Һуңғы мәғлүмәт. Халыҡ-ара олимпиада комитеты ярыштар яҙмышын дүрт аҙна эсендә хәл итәсәк. Ә Япония етәкселеге яҡын арала үҙенең фекерен белдерәсәк.
Читайте нас: