Рәсәй Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү 22 апрелгә тәғәйенләнгән. Үҙәк һайлау комиссияһында тауыш биреү бюллетене өлгөһөн күрһәттеләр.
Һайлаусыларҙың әүҙемлеген тәьмин итеү өсөн алдан тауыш биреү өс көндән ете көнгә тиклем оҙайтыласаҡ. Бынан тыш интернет аша тауыш бирергә, “Дәүләт хеҙмәте” порталын файҙаланырға мөмкин.
РФ Үҙәк һайлау комиссияһы сит илдәрҙән тауыш биреүҙә күҙәтеүсе сифатында ҡатнашыу өсөн вәкилдәр ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт итте.
Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында БР Үҙәк һайлау комиссияһы РФ Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә әҙерлек хаҡында матбуғат конференцияһы үткәрә.