Хөкүмәт аҙ тәьмин ителгәндәргә ярҙамдың яңынан-яңы юлдарын эҙләй. Быйыл аҙ тәьмин ителгән ғаиләләләргә һәм граждандарға берлектәге финанслау тәҡдим ителә. Уны тормошҡа ашырыу өсөн социаль контракт төҙөләсәк.
Ә нимә ул социаль контракт? Уның тәүге вариантын һынауҙа Рәсәйҙең 11 төбәге ҡатнашасаҡ. Социаль контракттың төп талабы шул – бүленгән аҡса ғаиләлә килеп тыуған ауыр хәлде еңеп сығырға ярҙам итергә һәм ғаилә үҙ-үҙен тәьмин итеүгә күсергә тейеш. Был осраҡта көндәлек сығымдар – ашау-эсеү, кейенеү – күҙ уңында тотолмай. Ойоштороусылар әйтеүенсә, социаль контракт нигеҙендә килгән аҡса яңы һөнәр алыуға, ғаилә ағзаларын дауалауға, ярҙамсы хужалыҡҡа, кесе бизнесты үҫтереүгә һәм башҡа ғаиләгә ярҙам итерлек сараларға йүнәлтелә ала.
РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, “Демография” милли проектына ярашлы бүленгән 7 миллиард һум аҡса мохтаж ғаиләләрҙең матди хәлен нығытырға һәм уларҙың килемен арттырырға тейеш. Әгәр социаль контракт үҙен аҡлаһа, 2024 йылға йәшәү кимәленән аҙыраҡ килем алған ғаиләләрҙең иң кәмендә 50 проценты үҙенең матди хәлен яҡшыртасаҡ.