+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2020, 11:45

Башҡортостан Башлығы указына үҙгәрештәр индерҙе. Үҙгәрештәр бөгөндән көсөнә инә.

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек тәртибен индереү хаҡында указына өҫтәлмәләр индерҙе.

Башҡортостан Башлығы юғары әҙерлек тәртибен индереү хаҡында указына өҫтәлмәләр индерҙе. Коронавирус таралыуы шарттарында сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандар ғаилә ағзалары менән 14 көн буйы бер ҡайҙа ла сыҡмаҫҡа һәм берәү менән аралашмаҫҡа тейеш. Спорт, күңел асыу, концерт һәм башҡа тамашалар туҡтатыла. Дөйөм туҡланыу пункттары 50 кешенән артыуға юл ҡуймаҫҡа, кешеләр бер-береһенән 1,5 метрҙан яҡын килергә тейеш түгел.
Мәғәриф министрлығына мәктәптәрҙә бушлай туҡланған уҡыусыларҙы дистанцион уҡытыу ваҡытында аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү йөкмәтелә.
Һаҡланыу саралары менән иң тәүге сиратта дауахана хеҙмәткәрҙәре һәм сирлеләр менән аралышыусылар тәьмин ителә.
Читайте нас: