+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2020, 11:43

Иң мөһиме юғалып ҡалмаҫҡа.

Сирләүселәр һаны арта. Кисә 163 сирле кеше теркәлгән.

Сирләүселәр һаны арта. Кисә 163 сирле кеше теркәлгән.
Рәсәйҙә коронавирус менән көрәш властың иң юғары даирәләрендә контролдә тотола һәм сирҙең таралмауына ныҡлы өмөт бар. Беҙҙең илдә беренсе сирләү осраҡтары 31 ғинуарҙа теркәлгәйне. Бөгөнгә 658 сирле иҫәпләнә. Кисә, мәҫәлән, иң күп кеше 163 сирле асыҡланған. Ауырыуҙарҙың иң күбе Мәскәүҙә – 410 кеше.
Рәсәй табиптары сирлеләрҙең ҡапыл артып китеүенә әҙер. Иң тәүҙә ярҙам мохтаждарға һәм медицина дауалауы алыусыларға күрһәтеләсәк. Белгестәрҙең береһе билдәләүенсә, сирҙең таралыуын атом бомбаһының реакцияһы менән сағыштырырға мөмкин.
Бөтә ил буйынса дауаханалар һәм койкалар әҙерләнә.
Читайте нас: