2019 йылда “Уңайлы ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә подъездарҙы ремонт башланғайны.
Был эштәр быйыл да дауам итәсәк 2020 йылдың сентябренә Башҡортостанда 1151 йорттоң 3382 поъезды ремонтланырға тейеш. Был һан былтырғы менән сағыштырғанда 2 тапҡыр күберәк.
Радий Хәбиров: “Беҙ юғары бурыстар ҡуябыҙ һәм былтырғы хаталарҙы иҫәпкә алдыҡ, подрядчиктар быйыл бар эште ете айҙа тамамларға тейеш. 1582 подъезда ремонтсылар билдәле. 2024 йылға ремонтланған подъездар һаны 20 мең тәшкил итәсәк. Быйыл килешеүҙәр төҙөүҙе бер айға алда тамамланыҡ.”