Донъя ауыр һәм етди һынауҙар алдында торғаны барыбыҙға ла мәғлүм. Үкенескә ҡаршы, мәғлүмәт юҡлығынан һәм интернет мөмкинлектәренән файҙаланып популярлыҡ ҡаҙанырға, лайктар йыйырға теләүселәр табылып тора.
Әле Италиянан килгән береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ хәбәрҙәр тарала. Үкенескә ҡаршы, был ил үлемесле сир алдында көсһөҙ булып сыҡты. Ике-өс аҙна элек кенә сағыштырмаса тыныс һәм күңелле илдә бөгөн үлеүселәр һаны Ҡытайға ҡарағанда күберәк. Был илдә йәшәп ҡайтыусылар шуны билдәләй, уларҙың аралашыу мөхите һәм йолалары сирҙе таралыуға булышлыҡ итә. Хис-тойғоло итальяндар өсөн әйләнгән һайын ҡосаҡлашыу, үбешеү ғәҙәти күренеш икән. Иғтибар итеүегеҙсә, сәләмләүҙең был төрө беҙҙә лә таралыу таба башланы. Әйҙәгеҙ, тыйнаҡ булайыҡ, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бер күрешеүҙе һәм күҙгә ҡарап баш эйеүҙе оло хөрмәткә тиңләгән.