+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2020, 11:42

Владимир Путин: «Рәсәй сирҙең киң һәм етеҙ таралыуына юл ҡуймай. Ышанығыҙ, бөгөн иң яҡшыһы өйҙә ултырыу».

Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны

Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. Бындай мөрәжәғәттәр ил алдына хәл иткес һынауҙар килгән ваҡытта ғына була. Үткән быуатта, мәҫәлән, Бөйөк ватан һуғышы башланғанда, СССР тарҡалғанда.
Һуңғы тапҡыр Рәсәй Президенты халыҡҡа 2018 йылдың августында пенсия реформаһы менән бәйле мөрәжәғәт итте.
Был юлы Президент Владимир Путин йоғошло сирҙең таралыуы менән бәйле халыҡҡа мөрәжәғәт итеүҙе кәрәкле тип тапты. Мөрәжәғәттең иң мөһим өлөштәре түбәндәгесә.
Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса 22 апрелгә тәғәйенләнгән тауыш биреү һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә. 30 марттан 5 апрелгә тиклем барлыҡ эшселәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә түләүле ял бирелә. Күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам ҡаралған. Мәҫәлән, 3 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләргә 3 ай буйы ай һайын 5 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелә. Больничныйҙар түләү схемаһы үҙгәртелә, уның күләме бер минималь эш хакынан кәм булырға тейеш түгел. Ҡулланыу һәм ипотека кредиттары буйынса, кәрәк булған осраҡта, каникул иғлан ителә. Эшһеҙлек буйынса түләү 8 меңдән 12 мең 130 һумға тиклем күтәрелә. Һалым йәһәтенән кесе һәм уртаҡ эшҡыуарлыҡҡа льготалар бирелә.
Банкка аҡса һалып, вклад бер миллион һумдан артһа, 13 процент һалым түләнелә. Коронавирустан зыян күреп банкротҡа ҡалғандарға 6 ай мораторий индерелә. Офшорҙағы килемдәр өсөн 15 процент һалым түләнә.
Президент сығышының төп йүнәлештәре ошолар.
Читайте нас: