Эйе, Ҡаҙандағы дуҫыбыҙ, ағайыбыҙ, ҡәләмдәшебеҙ Роберт Миңнуллин вафат булған. Ул тыуған яҡтарын ярата, ҡәләмдәштәрен һәр береһен ҡосаҡлап ала ине.
Танышыуыбыҙ 2000 йылдың йәйендә булды. Ул осор Башҡортостан-Татарстан мөнәсәбәттәре бик йылы ине әле. Көтмәгәндә Ҡаҙандан бик үк ҡыуанырлыҡ булмаған хәбәр килде. Ҡыҫҡаһы, Миңнуллиндарҙың береһе Башҡортостан суверенитетын һәм сәйәсәтен шик аҫтына ҡуйып, нимәлер әйткәнме әллә әйтергә теләгәнме... Өфөгә килеп еткәнсе, Туфан Миңнуллин Роберт Миңнуллинға әйләнгән һәм иң юғары кабинеттарҙа етди тәнҡиткә дусар ителгән.
“Оперативка”ларҙың береһендә ошо хаҡта һүҙ булды. Өгөт-нәсихәт өсөн яуаплы ағайҙарыбыҙҙың береһе, “яҡташ, күптән түгел беҙ уның юбилейын үткәрҙек, китабын сығарҙыҡ, исем бирҙек”, тип шағир исеменә ҙур ғәйеп ташланы. Мин түҙмәнем, улар икеһе ике төрлө кеше, береһе – шағир, икенсеһе – драматург. Был осраҡта һүҙ икенсеһе хаҡында бара, тип төҙәтмә индерергә мәжбүр булдым. Һөнәрҙәштәр ике яҡтан өҫтәл аҫтынан тос ҡына типкәс, тыма һалдым. Яуаплы ағайҙың эйәге һалынды һәм улар бөтәһе лә бер, тип ҡул һелтәп ҡуйҙы.
Был хаҡта онотоп бөткәйнем инде, Өфөлә үткән кисәләрҙең береһендә танышҡас, ә мин һине күптән эҙләй инем, тине һәм рәхмәтен әйтте. Рәхмәте ошо иҫкә алған ваҡиға менән бәйле икән. “Беҙҙе бутайҙар шул”, – тип үкенес белдереп ҡуйҙы.
Башҡорт һәм татар мөнәсәбәттәрен һаҡлауға тос өлөш индергән шағир менән бәхилләшәбеҙ. Өлкәндәр яҡын аралаша, дуҫ ине. Аралар хәҙер йырағая. Мәҫәлән, Рауил Бикбаевты ерләгәндә Ҡаҙандағы дуҫтарынан берәү ҙә булманы һәм был осраҡ иғтибарһыҙ ҡалманы. Ә Роберт ағайҙы оҙатҡанда кемдәр булыр?
Шулай ҙа иҫән-һау саҡта дуҫлыҡты һаҡлауға, аралашыуға етмәй шул. Татыу булайыҡ. Роберт Миңнуллин татыулыҡты баһалай белә ине.
Редакция мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.