+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 13:24

Төндәлектәр. Яҙмышы китап яҙырлыҡ ине. Вәғиз Мөхәмәтшин.

Уның менән беҙҙең атайыбыҙ бик дуҫ булдылар. “Маяҡ” – шул осор иң алдынғы хужалыҡтарҙың береһе. Вәғиз ағай атайымдан бер аҙ йәшерәк, оҙаҡ йылдар “Маяҡ”ҡа етәкселек итте. Фермалар, мәктәп, клуб, контора төҙөлдө. Халыҡ етеш йәшәне. Ауыл районда иң беренсе булып һалам ҡыйыҡтарҙанн ҡотолдо. Колхоз шиферҙы үҙе таратып йөрөй торғайны. 60-сы йылдар өсөн, хәҙер күптәр онотҡандыр, һалам баштарҙан ҡотолоу ҙур ҡаҙаныш ине. Әйткәндәй, һаламды эш хаҡы иҫәбенә мул тарата торғайнылар.

Вәғиз ағайҙы заманы өсөн ифрат алдынғы ҡарашлы булғаны өсөн яраттылар. Мәктәпкә хужалыҡ иҫәбенә спорт велосипедтары һатып алғаны хәтерҙә ҡалған. Мәктәп заманы өсөн иң юғары зауыҡтарға яуап бирә ине. Ошо мәктәптән киләсәктә юғары вазифалар биләйәсәк уҡыусылар сыҡты. Ауылдаштар уларҙың һәр береһен белә һәм хәтерләй. Әнүәр Абдрахманов, Шамил Тәтегәсов, Илдар Лоҡманов, уның апалары – Миңнур һәм Миңлегөл апайҙар. Рәмил һәм Муллахмәт Әхмәтовтар һәм башҡа бик күптәр.
Вәғиз ағай ҡайҙа эшләһә лә һынатманы. 80-се йылдарға тиклем Табылдыла иҫке тимерлектән һәм ярым емерек мал ҡураларынан башҡа бер эш урыны ла юҡ ине. Вәғиз ағай үҙенең тырышлығы менән заманса етештереү базаһы булдырҙы һәм үҙенән иҫтәлек ҡалдырҙы.
Үкенескә ҡаршы, заманалар үҙгәрҙе һәм улар һис тә ауыл файҙаһына булманы. Ә был хаҡта артабан һөйләшербеҙ, фекерҙәр алышырбыҙ әле.
Читайте нас: