+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 11:11

“Ҙур егерме” лидерҙары ашығыс видеоконференция үткәрҙе. Килешеү бар, тик ул үтәлерлекме?

Кисә донъяның иҡтисади яҡтан иң ҡеүәтле иҫәпләнгән 20 иленең етәкселәре видео-конференция форматында кәңәшмә үткәрҙе һәм йоғошло сир менән килеп тыуған хәл айҡанлы килешеү төҙөнө. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар, донъя бығаса күрелмәгән һынау алдында тора һәм уны көстәрҙе берләштереү ярҙамында ғына еңергә мөмкин, тип билдәләне. Донъя иҡтисады эпидемиянан бик ҙур зыян күрәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путин, көтөлгән зыян 2008-2009 йылдарҙағы көрсөктән байтаҡҡа күберәк һәм үҙ-ара сауҙа бәхәстәре, санкциялар менән ҡатмарлаша, тип билдәләне. Ошо юҫыҡта иң күп зыян күргән илдәр иҡтисади йәһәттән ярҙамға мохтаж.
Кәңәшмәлә нефткә хаҡтар төшөү менән бәйле, иҡтисадтың зыян күреүе хаҡында ла һүҙ булған. Сирҙең килеп сығыуы менән бәйле АҠШ менән Ҡытай араһындағы бәхәс ҡуйыра. АҠШ вәкилдәре Ҡытайҙы мәғлүмәт һөжүмендә ғәйепләһә, Ҡытай иһә зыян күргән илдәргә аныҡ ярҙам күрһәтә һәм үҙенең абруйын күтәрә.
Читайте нас: