+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март 2020, 10:31

Владимир Путин йоғошло сирҙе ике-өс айҙа еңеүҙе фаразлай. Президент Мәскәүҙә эре бизнес вәкилдәре менән осрашты.

Рәсәй Президенты бизнес вәкилдәре менән күптән осрашҡаны юҡ ине. Әлеге һөйләшеү осраҡлы түгел, йоғошло сир таралыу менән бәйле Рәсәй үҙенең хәл иткес мәлдәрен кисерә. Хатта бының өсөн 22 апрелгә тәғәйенләнгән Төп законға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙе күсерергә тура килде.

Владимир Путин әйтеүенсә, сирҙе еңеү өсөн Рәсәйгә өс айҙан да кәмерәк ваҡыт кәрәк. Был фараз һис тә насар түгел, уның тормошҡа ашырына өмөт ҙур. Президент шулай уҡ эпидемияны еңеү өсөн оҙайлы көрәш фараз итеүселәр ҙә барлығын билдәләне.
Рәсәй башлығы фекеренсә, ваҡиғаларҙың артабан үҫеше күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелегенән һәм аныҡлығын һаҡлауҙан торасаҡ.
Әлеге көнгә Рәсәйҙә 840 сирләүсе теркәлгән, уларҙың 38-е һауыҡҡан.
Читайте нас: