+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 12:58

Белорет ерендә бер юлы ике шатлыҡ. Абҙаҡта һәм Инйәрҙә балалар баҡсалары асылды.

Әгәр Абҙаҡтың тарихына ҡараһаң, шул иғтибарға салына – бығаса бында балалар баҡсаһы төҙөлмәгән. Быға тиклем балаларҙы ҡулайлаштырылған биналарҙа тәрбиәләгәндәр. Хәҙер заманса балалар баҡсаһы ауылды йәмләп әллә ҡайҙан күренеп тора. Был балалар баҡсаһына йәш ярымдан алты йәш ярымға тиклемге 141 бала яҙылған. 2000 квадрат метр майҙанды биләгән, “Демография” милли проекты ярҙамында төҙөлгәнучреждениела бөтә шарттар ҙа бар.

Инйәрҙә хәл башҡасараҡ. Бында ике балалар баҡсаһы эшләһә лә, өс йәштән ете йәшкә тиклемге 150 бала сиратта тора. Хәҙер сират юҡ.
Балалар баҡсалары менән бергә әсәйҙәр өсөн өс тиҫтәнән артығыраҡ эш урыны барлыҡҡа килгән.
Балалар баҡсалары икеһе лә икешәр ҡатлы. Белорет ерендә әлегә бындай уңайлыҡтары булған балалар баҡсалары төҙөлмәгән.
Көн талаптарына ярашлы, баҡсаларҙы шым ғына асҡандар. Әлбиттә, шатлыҡ ҙур, ләкин һаҡланғанды һаҡлармын, тигән һымаҡ кешеләрҙе йыймаҫҡа, тантана үткәрмәҫкә ҡарар иткәндәр.
Читайте нас: