+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 11:21

Дональд Трамп: “Әйтеүебеҙсә, 200 мең кеше үлһә, ҡот осҡос һандар, беҙҙең өсөн яҡшы сценарий буласаҡ”. АҠШ сир йоҡтороусылар һаны буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты.

Әлегә донъя кимәлендә хәлдәр түбәндәгесә: Италия, Испания мәрхүмдәрҙе күмеп өлгөрә алмай. Францияла хәлдәр көсөргәнешле. Донъяла 715 мең кеше сир йоҡторған. Шуларҙың 34 меңе самаһы вафат булған. АҠШ-та 136 мең сир йоҡтороусы теркәлгән, шуларҙың 2500 самаһы үлгән.

Шулай, Дональд Трамп: “Әгәр беҙ тырышып эшләмәһәк, мәрхүмдәрҙең һаны 2,2 миллионға етер ине. Кешеләрҙең иң күп үлеме ике аҙнанан һуң башланасаҡ. Ә эпидемия 1 июндән кәмейәсәк. Әйтеүебеҙсә, 200 мең кеше үләсәк, ҡот осҡос һандар, беҙҙең өсөн яҡшы сценарий буласаҡ”, – тип әйтеп, быға тиклем донъяның барлыҡ ләззәттәрен татып йәшәгән американдарҙың ҡотон осорҙо.
Бөгөн АҠШ-та ашығыс рәүештә коронавирусты кем уйлап сығарыуын эҙләйҙәр. Ай-һай, таба алырҙармы икән? Сөнки, белгестәр билдәләүенсә, ҡанлы эҙҙәр АҠШ яғына алып бара.
Читайте нас: