-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Март 2020, 10:24

Рәсәй Президенты Владимир Путин 25 мартта халыҡҡа мөрәжәғәте менән бәйле бурыстар теҙмәһен Хөкүмәткә еткерҙе.

Президент мөрәжәғәтендә, йоғошло сир таралыу сәбәпле, халыҡтың йәшәү кимәлен һаҡлау, күп балалы һәм мохтаж ғаиләргә социаль ярҙам, бизнесҡа төрлө иғәнәләрҙе кәметеү һәм кисектереү, кредит түләүселәргә каникулдар биреү һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралған.

Хөкүмәт Президент тарафынан ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәргә әҙер. РФ Финанс министры Антон Силуанов әйтеүенсә, Президент мөрәжәғәтендә күтәрелгән мәсьәләләр финанс яғынан нығытылған, хәҙер аҡса төбәктәргә бүленәсәк, социаль түләүҙәрҙең халыҡҡа барып етеүен тәьмин итергә генә ҡала.
Төбәктәрҙән килгән тәҡдим буйынса коронавирус сирлеләрҙе дауалауҙа туранан-тура ҡатнашҡан һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм белгестәр айырым түләүҙәр аласаҡ. Әле уларҙың исемлеге төҙөлә һәм дәртләндереү саралары ҡарала.
Читайте нас: