+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 14:24

Башҡортостан. Тағы ла ике сирле теркәлгән. Бөгөн кис 20 сәғәттә үҙ-үҙеңде сикләү хаҡында Указ көсөнә инә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, төбәктә тағы ла ике сирле теркәлгән. Шул уҡ ваҡытта тәүге сирле дауаланып, өйөнә ҡайтҡан. Уның һаулығына бер нәмә лә янамай. Ҡалған сирлеләрҙе дауалау дауам итә. Эксперттар билдәләүенсә, йоғошло сир йоҡтороусыларҙың күбәйеүе сигенә килеп еткәнбеҙ.

Шул сәбәпле, Рәсәй Хөкүмәте тәҡдименә ярашлы, Башҡортостан Башлығының республика халҡын тулыһынса үҙ-үҙен сикләү тураһындағы Указы теүәл 20 сәғәттә үҙ көсөнә инә.
Радий Хәбиров: “Был беҙгә ауыр һөҙөмтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк. Мин яҡташтарыма үҙҙәренең һаулығына яуаплы ҡарағандары өсөн рәхмәтлемен һәм был һынауҙар тиҙерәк бөтһөн өсөн киләсәктә лә сабырлыҡ күрһәтерҙәр, тип ышанам”, – тип билдәләне.
“Башинформ” хәбәр итеүенсә, Указға ярашлы, кешеләр үҙҙәренең йорттарын бик кәрәк булған осраҡта ғына ҡалдыра алалар. Көслө дәлилдәр булып түбәндәгеләр иҫәпләнә:
Ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс янағанда ашығыс медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт итеү;
Мотлаҡ булған осраҡта эшкә сығыу;
Йорт йәнлекәтәрен йәшәгән урындан 100 метрҙан да алыҫ булмаған араға йөрөргә сығарыу;
Сүп сығарыу;
Магазиндан йә дарыухананан аҙыҡ-түлек, йә дарыу һатып алыу.
Иҫән-һау булайыҡ!
Читайте нас: