+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 19:54

Дөйөм үҙеңде сикләү? Һеҙҙе ниндәй сикләүҙәр көтә?

Йоғошло сир менән бәйле, Рәсәйҙә хәл көсөргәнешле килеш ҡала. Бөгөнгә 2337 сирле теркәлгән, 121 кеше һауығып сыҡҡан, 17-һе вафат булған.

Йоғошло сир менән бәйле, Рәсәйҙә хәл көсөргәнешле килеш ҡала. Бөгөнгә 2337 сирле теркәлгән, 121 кеше һауығып сыҡҡан, 17-һе вафат булған.
Дөйөм үҙеңде сикләү, күренеп тороуынса, һеҙҙең тормошоғоҙға ҡайһы бер сикләүҙәр ҡуя. Иң беренсе сиратта был һеҙҙең урамға сығыу менән башлана. Сөнки рөхсәтһеҙ, сәбәпһеҙ, бер нисә осраҡтан тыш урамға сығыу ҡәтғи тыйыла.
Һеҙгә ашығыс һәм тиҙ медицина ярҙамы кәрәк булһа, медик оҙатыуында һеҙ сыға алаһығыҙ.
Һеҙҙең яҡындағы магазинға йәки дарыуханаға барыу мөмкинлеге һаҡлана.
Йорт хайуандарын өйөгөҙҙән 100 метрҙан да алыҫ булмаған арауыҡта һуғарырға була.
Йорт эргәһендәге контейнерға сүп-сар арғыта алаһығыҙ.
Эшкә барған осраҡта, һеҙҙең рөхсәтегеҙ булырға тейеш. Бындай рөхсәт һеҙгә, әгәр һеҙ власть, эске эштәр, социаль хеҙмәт, йәмәғәт транспортында, аҙыҡ-түлек магазинда, йә дарыуханала эшләһәгеҙ, бирелә.
Бынан тыш аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүселәр махсус пропуск ала. Бының өсөн һеҙгә предприятие теркәлгән ҡала йәки район хакимиәтенән рөхсәт килтерергә кәрәк.
Үҙеңде сикләү ваҡытында йәмәғәт урындарында, урамда, туҡталыштарҙа, магазиндарҙа кешеләр менән 1,5 метрҙа тороп һөйләшергә.
Үҙеңде сикләү ваҡытында урамда эске эштәр хеҙмәткәрҙәре, халыҡ дружинаһы вәкилдәре туҡтатасаҡ һәм һеҙҙән үҙеңде сикләү тәртибен үтәүҙе талап итәсәк. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә административ протокол төҙөргә рөхсәт ителгән.
Үҙеңде сикләү мәңгелек түгел. Иҫән-һау булығыҙ.
Читайте нас: