-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 11:20

Коронавирус Рәсәй менән АҠШ-ты яраштырырмы? Трамп көтмәгәндә Путинға шылтыратты.

Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар бик оҙаҡ һөйләшкәндәр. Төп тема, әлбиттә – коронавирус. Башҡаса мөмкин түгел, ике бөйөк дәүләттең башлыҡтары сирҙең таралыуы менән бәйле борсолоу белдергән. Ошо йәһәттән ике ил тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм кешелеккә ярҙам итә ала. Бәлки бөгөн ярҙам түгел, ҡотҡарыу хаҡында күберәк һөйләргә кәрәктер.

Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, улар бик оҙаҡ һөйләшкәндәр. Төп тема, әлбиттә – коронавирус. Башҡаса мөмкин түгел, ике бөйөк дәүләттең башлыҡтары сирҙең таралыуы менән бәйле борсолоу белдергән. Ошо йәһәттән ике ил тығыҙ хеҙмәттәшлек итә һәм кешелеккә ярҙам итә ала. Бәлки бөгөн ярҙам түгел, ҡотҡарыу хаҡында күберәк һөйләргә кәрәктер.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, АҠШ йоғошло сиргә дусар ителгәндәр һаны буйынса донъяла беренсе урында. Уларҙың һаны 122 меңдән ашып киткән. 2112 кеше үлгән. АҠШ-та, әлбиттә, ғәжәпләнәләр. Ҡытай менән сиктәш Рәсәйҙә – 1836 сирле. Һуңғы тәүлектә – 302 теркәлгән. 66 кеше һауыҡҡан, сирҙән вафат булыусылар һаны – 14. Үлеүселәрҙең күбеһе элекке хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе сәбәпле, мандый алмаған.
Ике лидерҙың оҙайлы һөйләшеүенән шуны аңларға мөмкин – Рәсәй АҠШ-ҡа ярҙам итергә әҙер. Тик тәкәббер АҠШ беҙҙең ярҙамды ҡабул итерме? Быйыл АҠШ-та президент һайлауҙары көтөлөүен иҫәпкә алһаҡ, Рәсәй ярҙамының АҠШ өсөн бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал.
Путин менән Трамп тикшергән тағы өс тема – нефть, ике яҡлы мөнәсәбәттәр һәм Венесуэла. “Ҡара алтын”ға хаҡтар төшә, ике илде лә был хаҡтар ҡәнәғәтләндермәй. Әлеге мәсьәләне хәл итеү тураһында Рәсәй менән АҠШ-тың энергетика министрҙары һөйләшәсәк.
Ике яҡлы мөнәсәбәттәр ҙә әллә ҡайҙа китмәҫ, көйләнер, тип өмөт итәйек. Коронавирусты берәү ҙә үҙ аллы ғына еңә алмаясаҡ. Ә бына Венесуэлаға һәм Мадуроның яҙмышына килгәндә, хәлдәр ҡатмарлыраҡ. АҠШ Венесуэланы теҙләндерергә һәм Мадуроны юҡ итергә теләй. Мәҫәлән, Ливияла Каддафиҙы, Иракта Саддам Хөсәйенде юҡ иткән һымаҡ. Ике илдә лә хәҙер оҙайлы, ҡан ҡойошло һуғыштар бара. АҠШ шуны теләйме?
Владимир Путин менән Дональд Трамптың телефон аша һөйләшеүе хәҙерге мәлдә хәл иткес әһәмиәткә эйә. Сөнки илдәргә бындай ҡурҡыныс бынан һигеҙ тиҫтә йыл элек Гитлер властҡа килгәс кенә янаған. Хәҙерге хәл күпкә ҡатмарлыраҡ һәм ҡурҡынысыраҡ. Бындай шарттарҙа бөйөк державалар берләшә, уртаҡ фекергә килә һәм бер-береһенә ярҙам итә. Сөнки был ауыр хәлде тик бергә генә еңергә мөмкин.
Читайте нас: