+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2020, 22:49

Рәсәй Президентын сир һағалаймы? Берәү ҙә үҙенә сир йоҡмаҫ, тип ышана алмай.

Коммунарка ҡасабаһы дауаханаһының баш табибы Денис Проценко коронавирус менән сирләгән. Баш табип үткән аҙнала ғына Рәсәй Президентын ҡаршы алып, дауахана мөмкинлектәре менән таныштырҙы һәм йоғошло сирҙең ике сценарий менән үҫеү мөмкинлеге хаҡында һөйләгәйне. Хәҙер Проценко менән аралашҡан кешеләрҙең барыһын да тикшерәләр һәм дауаланыу өсөн сикләйҙәр. Мәҫәлән, “Вера” хосписына ярҙам фонды ойоштороусы Анна Федермессер больничныйға китергә мәжбүр булған.

Рәсәй Президентының һаулығы беренсе тапҡыр ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылмай. Бер нисә көн элек Президент хакимиәтендә эшләүсе бер хеҙмәткәрҙе тикшеренергә дауаханаға һалғайнылар.
Рәсәй Президентының матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков, Президент даими рәүештә һаулығын тикшертеп тора, тип белдереү яһаны.
Бер нисә көн элек Бөйөк Британия премьер-министры Борис Джонсондың коронавирус менән сирләүе мәғлүм булды.
Читайте нас: