+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2020, 16:52

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы? Ул быйыл булырмы?

Рәсәй өсөн быйылғы йылдың иң мөһим кампанияларының береһе – халыҡ иҫәбен алыу. Уға әҙерлек бер нисә йыл бара һәм ил тормошо өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.Һуңғы ваҡиғалар юҫығында (иҡтисади көрсөк, нефткә хаҡтарҙың төшөүе, һумдың арзанайыуы һәм бөтә илде шаңҡытҡан йоғошло сир) шуға иғтибар итмәй булмай – быйыл үткәрелергә тейешле күпселек сараларҙың киләһе йылға кисектерелеүе хаҡында белдереүҙәр булды һәм кисектереүҙең ысынбарлыҡҡа әүерелеүен берәү ҙә инҡар итмәй. Мәҫәлән, Олимпиада ла, Фольклориада ла ҙур уңыш менән алдағы йылдарҙа ла үткәрелә ала.

Рәсәй өсөн быйылғы йылдың иң мөһим кампанияларының береһе – халыҡ иҫәбен алыу. Уға әҙерлек бер нисә йыл бара һәм ил тормошо өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә.
Һуңғы ваҡиғалар юҫығында (иҡтисади көрсөк, нефткә хаҡтарҙың төшөүе, һумдың арзанайыуы һәм бөтә илде шаңҡытҡан йоғошло сир) шуға иғтибар итмәй булмай – быйыл үткәрелергә тейешле күпселек сараларҙың киләһе йылға кисектерелеүе хаҡында белдереүҙәр булды һәм кисектереүҙең ысынбарлыҡҡа әүерелеүен берәү ҙә инҡар итмәй. Мәҫәлән, Олимпиада ла, Фольклориада ла ҙур уңыш менән алдағы йылдарҙа ла үткәрелә ала.
Шуның өсөн халыҡ иҫәбен алыуҙың киләһе йылдарға күсерелеүенән берәү ҙә отолмаҫ. Айырыуса, иҫәп алыуҙың беҙҙең дәүерҙә бер тапҡыр кисектерелеүен иҫтә тотҡанда. Мәҫәлән, 2000 йылдың көҙөндә халыҡ иҫәбен алыу үтергә тейеш ине, уңышһыҙ тамамаланған иҡтисади реформалар, Рәсәй ҡаҙнаһының наҡыҫлығы һөҙөмтәһендә, иҫәп алыуҙы 2002 йылға кисектерергә тура килде.
Иҫәп алыуға ҡараған һуңғы мәғлүмәт Чукотка крайына ҡағыла. Бында ошо көндәрҙә һынау тәртибендә иҫәп алыуҙы үткәрергә тейеш булғандар. Был сараны кисектерергә тура килгән.
Белеп булмай, Ер шарында йоғошло сир ҡоторғанда башҡа көнүҙәк мәсьәләләр алға сыға һәм хәл итеүҙе көтә.
Читайте нас: