+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 11:40

Һигеҙенсе сир йоҡтороусы – Күмертауҙа. Хәҙер улар был ҡалала икәү.

Шулай итеп, аяуһыҙ сирҙе йоҡтороусылар һаны Башҡортостанда һигеҙгә етте. Был осраҡ һуңғы тәүлектә өсөнсөһө. Әлегә Башҡортостан дауаханаларында сирлеләр менән аралашҡан йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Уларҙың 18-е – балалар. Бер кеше һауығып, дауахананан сыҡты.

Төбәктә үҙҡамау тәртибе ҡәтғи һаҡлана һәм дауам итә. Күпселек кешеләрҙең күрелгән сараларға ҡарата яуаплылыҡ менән ҡарауы оҡшай. Урамда кешеләр күренмәй, тип әйтерлек. Автомобилдәрҙең үткәне бик һирәк күҙгә салына. Властар халыҡтан үҙҡамау тәртибен һаҡлауҙы талап итә. Әлегә ҙур һәм иғтибарға лайыҡ хәл-ваҡиғалар теркәлмәгән.
Уҡыусылар дистанцион белем алыу шарттарына өйрәнә. Дүшәмбе, 6 апрелдә, тәүге дәресте Радий Хәбиров үҙе үткәрәсәк.
Читайте нас: