+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 10:24

Владимир Путин: “Рәсәйҙә сир менән бәйле хәл ҡатмарлаша”. Бер тәүлектә сирлеләр һаны 18 процентҡа артҡан.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән онлайн режимда тәүге ултырыш үткәрҙе. “Илдә хәл бик ҡатмарлы, донъяла ла, шулай уҡ, ҡатмарлаша”, – тип билдәләне Президент.

Кисә Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәт ағзалары менән онлайн режимда тәүге ултырыш үткәрҙе. “Илдә хәл бик ҡатмарлы, донъяла ла, шулай уҡ, ҡатмарлаша”, – тип билдәләне Президент.
Рәсәйҙә карантинда 3,3 миллион кеше иҫәпләнә, үҙҡамауҙа – 292 мең.
Хөкүмәт вице-премьеры Татьяна Голикова: “Беҙгә сирҙе ситтән индерәләр. Бер тәүлектә ауырыусылар һаны 18,8 процентҡа артҡан”, – тип белдерҙе.
Беҙҙең ғалимдар сиргә ҡаршы һигеҙ дарыуҙы һынай. Эш өҫтөндә тағы 22 дарыу бар.
Әлегә Рәсәйҙең ун төбәгендә генә сир теркәлмәгән. Ошо сәбәпле, Хөкүмәт граждандарҙы социаль ҡамау сараларын, төбәктәрҙәге хәл-ваҡиғаларға ҡарап, оҙайтырға кәрәк, тип иҫәпләй.
Һандар түбәндәгесә: Рәсәйҙә бөгөнгә 2777 сирле теркәлгән. Шуларҙың 440-ы – һуңғы тәүлектә. 190 кеше һауыҡҡан, 24 – үлгән.
Бөгөн Рәсәйҙең Алтай, Ингушетия, Камчатка, Йәһүд автономиялы округы, Ҡарасәй-Черкес, Карелия, Тыва, Чукотка, Ямал-Ненец автономиялы округтарында сир теркәлмәгән.
Читайте нас: