-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2020, 21:19

Владимир Путин: “Сир ҡурҡынысы һаҡлана, иң юғары нөктәһе үтелмәгән”.

Рәсәй Президенты, Коммунарҙағы дауаханаға барып, сир йоҡтора яҙған кеше, хәлдең ҡатмарлы икәнен бик яҡшы белә. Иң көслө һәм бай илдәр үлемесле сирҙән интегә һәм көн һайын меңдәрсә кешеһен юғалта. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, ҡурҡыныслы сир һаҡлана, әле уның иң юғары нөктәһе донъяла ла, Рәсәйҙә лә үтелмәгән.

Ошондай шарттарҙа, Президент Указына ярашлы, 30 апрелгә тиклем үҙҡамау тәртибе һәм түләүле ял һаҡлана.
Президент шулай уҡ эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең социаль яҡланғанлығы тураһында ла етди һәм кәрәкле һүҙҙәр әйтте. Иҡтисади ауырлыҡтарға һылтанып, эшселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен урамға ҡыуып сығарырға теләүселәр өсөн уйланырға урын бар.
Читайте нас: